Әле яңы быуын китапханаһын асыуға әүҙем әҙерлек бара. Компьютер ҡорамалдары, көнкүреш техникаһы, йомшаҡ йыһаз, Брайль шрифы менән китаптар, гусеницалы күтәргес, магнитлы-маркерлы таҡталар, реклама-роллер стенды, йомшаҡ уйынсыҡтар һәм башҡалар һатып алынған.
“Конкурста еңеп сығыу өсөн үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы командаһы тарафынан ҙур эш башҡарылды, әммә алда бик күп бурыстар тора. Уларҙы беҙ мотлаҡ үтәргә тейешбеҙ. Иң мөһиме – тырышлығыбыҙ һөҙөмтәһендә Наумовка китапханаһы ирекле ижад, үҫеш, яңы белем һәм киң мөмкинлектәр, хыялдар һәм идеялар тормошҡа ашҡан биләмәгә әүерелә. Ауылдың һәр кешеһе бында үҙенә урын һәм күңеленә ятҡан шөғөл табасаҡ, белемен камиллаштырасаҡ. Китапхана райондың һәм ауылдың мәҙәни һәм йәмәғәт тормошонда ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә”, – ти Стәрлетамаҡ районының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Т.В. Афанасьева.