Милли проекттар
26 Март 2021, 11:30

Республиканың "Йыл экспортерҙары" билдәле

Быйыл экспортер компаниялар араһында уҙғарылған конкурста бөтәһе 29 компания ҡатнашты

Республикала “Йыл экспортеры” төбәк конкурсына йомғаҡ яһалды. Ул беҙҙең республика биләмәһендә теркәлеп, әҙер тауарҙы экспортҡа сығарған предприятиелар һәм шәхси эшҡыуарҙар араһында үткәрелде.
Конкурс һөҙөмтәһе буйынса “Агросәнәғәт комплексы араһында йыл экспортеры. Эре бизнес” номинацияһында эре эшҡыуарлыҡ алып барған предприятиелар араһында – “Шишмә шәкәр заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында “Башҡорт бройлеры” идара итеүсе компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте еңеү яуланы.
Быйыл экспортер компаниялар араһында уҙғарылған конкурста бөтәһе 29 компания ҡатнашты, шул иҫәптән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары – 20, эре бизнес вәкилдәре – туғыҙ.
Мәғлүм булыуынса, ғаризалар 8 февралдән 10 мартҡа тиклем ҡабул ителде. Ҡатнашыусылар бер нисә критерийға ҡарап баһаланды. Мәҫәлән, экспорт тауарының йыллыҡ күләме, экспорт бушатыу һаны, экспорт географияһы, экспорт тауарының номенклатураһы, шулай уҡ Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә уҙған халыҡ-ара йәрминкә-күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу.
“Йыл экспортеры” төбәк конкурсы экспорт эшмәкәрлеге баһаһын күтәреүгә, эшҡыуар-экспортерҙар һанын һәм уларҙың көнәркәшлеген тышҡы баҙарҙа арттырыу, шулай уҡ төбәк экспорты күләмен үҫтереү. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын республикала бойомға ашырыуҙың бер өлөшө булып тора.
Билдәле булыуынса, былтыр республиканан экспортҡа сығарылған ауыл сәнәғәте комплексы продукцияһы күләме 177,7 миллион долларға тиң булған, был төбәк проекты паспортында ҡаралған индикаторҙан юғары. 2021 йылда Башҡортостанда ауыл хужалығы тауарҙары экспорты 157,3 миллион долларға тиң булырға тейеш.
Автор фотоһы.
Читайте нас