Милли проекттар
26 Март 2021, 10:30

Яңы ФАП – яңы мөмкинлектәр

Ҡариҙел районының Йәнсәйет ауылында өр-яңы фельдшер-акушер пункты асылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡариҙел районының Йәнсәйет ауылында өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Тантаналы сарала район хакимиәте вәкилдәре, ауыл халҡы ҡатнашты.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы ҡабул итеү, процедура-прививка кабинеттары, көтөү урыны, санитар һәм персонал өсөн сисенеү бүлмәләре бар.
Яңы һәм заман талаптарына яуап биргән ФАП-та беренсел медицина ярҙамын 233 өлкән кеше һәм 41 бала аласаҡ.
Ғөмүмән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
health.bashkortostan.ru