Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикалағы 122 медицина ойошмаһына 715 принтер тапшырылды.
– Заманса мәғлүмәт технологиялары медицина персоналының эш сифатын яҡшыртыу ғына түгел, уны ҡулайлаштырыу, тиҙләтеү, ваҡытты экономиялау, анализ һөҙөмтәләрен, табип күрһәтмәләрен, ауырыуҙың хәл-шарттарын йылдам баҫтырып сығарыу мөмкинлеген бирә, – тине республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Йәнекәева.