Яңауыл районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, районда күп ҡатлы һәм шәхси торлаҡ төҙөлөшө әүҙем бара, ҡала һәм ауылдарҙа яңы биҫтәләр үҙләштерелә, йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә.
“Яңауылдарҙың шәхси торлаҡ йорт һалыуға ихтыяжы йыдан-йыл арта бара. Уҙған бер нисә йылда ауыл, ҡалаларҙа яңы кварталдар, биҫтәләр төҙөү йәһәтенән ҙур эш башҡарылды, ике меңдән ашыу йорт биләмәһе барлыҡҡа килде. Ер участкаларының 90 проценты граждандарҙың льготалы категорияларына бушлай бүленде. Был ярҙам сараһынан 600-ҙән ашыу ишле һәм инвалид балалы ғаилә файҙаланды”, – тине Яңауыл районының баш архитекторы Ирина Тажетдинова.
Кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының мөһим йүнәлешен тәшкил итә. Яңауыл ҡалаһында “Аэропорт”, “Истәк”, “Көньяҡ” биҫтәләре үҙләштерелә. Шулай уҡ Шүдек, Ҡарман һәм башҡа ауылдарҙа заманса йорттар сафҡа ингән. Былтыр районда 24 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, 218-ҙән ашыу шәхси йорт һалынған.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/81212