Өфө ҡалаһындағы 44-се поликлиниканың ете филиалы һәм структура бүлектәре бар. 2018 йылдан бында беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙең һаҡсыл технологияларын ҡулланған медицина ойошмаһының яңы моделен индереү буйынса ҙур эштәр алып барыла.
“Һаҡсыл поликлиника” проекты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты — халыҡты сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү, табиптар һәм пациенттар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү һәм башҡалар.
Регистратура эшен оптималләштереү пациентты табипҡа яҙыу ваҡытын ҡыҫҡарта, яҙылыу регистратурала ғына түгел, интернет һәм инфомат аша ла эшләнә. Электрон сират терминалдары пациенттарҙың ағымын көйләргә ярҙам итә.
Проект шулай уҡ табипҡа сиратты кәметеү, белгестең пациент менән эшләү ваҡытын арттырыуҙы ла күҙаллай. Тағы бер йүнәлеш – лаборатория тикшереүҙәре өсөн биологик материал йыйыу (анализдар) процесын оптималләштереү.
“Һаҡсыл поликлиника” проекты ярҙамында поликлиника пациенттары өсөн уңайлы мөхит булдырыла, иң мөһиме – регистратурала һәм табипҡа инеү сираты ҡыҫҡара. Шулай уҡ, түбәндәге маҡсаттар тормошҡа ашырыла:
Картотеканы систематизациялау. Диспансерлаштырыу ваҡытын ҡыҫҡартыу. Вакцинациялау ваҡытын ҡыҫҡартыу. Көндөҙгө стационар эшендә пациенттар ағымын көйләү. ЭВН кабинеты эшен яҡшыртыу. Оператив дауалау алдынан табипҡа тиклем ҡабул итеү кабинеты булдырыу. Берҙәм медицина мәғлүмәт-аналитик системаһында тар йүнәлешле белгестәр эшен көйләү. Көндөҙгө стационар өсөн пациенттарҙы һайлау. Ғөмүмән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
Фото: health.bashkortostan.ru