Милли проекттар
4 Апрель 2021, 10:00

“Хәтер баҡса”лары барлыҡҡа килә

Башҡортостан халҡы “Хәтер баҡсаһы” акцияһында ҡатнаша ала.

Башҡортостан халҡы “Хәтер баҡсаһы” акцияһында ҡатнаша ала. Ул быйыл 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығына арнала. Һуғышта һәләк булған 27 миллион кешенең һәр береһе иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыла.
Башҡортостанда ағасты апрель аҙағында ултырта башлау күҙаллана. “Хәтер баҡсаһы” республиканың бөтә муниципаль райондарында барлыҡҡа киләсәк. Сара тураһындағы ентекле мәғлүмәт, аныҡ даталар һәм урындар тиҙҙән акцияның садпамяти2021.рф сайтында урынлаштырыла.
Әүәлгесә, ойоштроусылар альтернатив алымдарҙы ҡулланырға тәҡдим итә. Мәҫәлән, Хәтер баҡсаһын төшөрөп, ғаилә ваҡиғаһына бәйләргә һәм #СадпамятиДома хештегы менән социаль селтәргә ҡуйырға йәки үҙ баҡсаңа ағас ултыртып, уны акцияның картаһында билдәләргә һәм селтәрҙәге сәхифәңдә ошо турала яҙма урынлаштырырға мөмкин.
Мәғлүм булыуынса, “Хәтер баҡсаһы” акцияһы дәүләт башлығының күрһәтмәһенә ярашлы уҙғарыла. Ул шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған "Экология" милли проектының бурыстарына һәм маҡсаттарына тап килә. Акцияның ойоштороусылары – “Еңеү ирекмәндәре” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте, Хәтер һәм Еңеү полководецтары фонды.
Фото: bashinform.ru/news/1577421-zhiteli-bashkirii-mogut-uchastvovat-v-aktsii-sad-pamyati-/
Сығанаҡ: bashinform.ru
Читайте нас