Ошо көндәрҙә Баҡалы районы үҙәгендәге “Олимп” физкультура-һауыҡтырыу комплексында райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре спартакиадаға йыйылды. Был сара Башҡортостанда иғлан ителгән Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналды һәм “Спорт – йәшәү нормаһы!” федераль проектына ярашлы ойошторолдо. Белеүебеҙсә, был программа ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән төҙөлгән дүрт команда атыу, оҙонлоҡҡа һикереү, баскетбол тубын ташлау һәм эстафетала көс һынашты. Ойоштороусылар билдәләүенсә, ярыштар сәмле, күңелле үтте. Ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары, коллегалары, дуҫтары ла көйәрмән сифатында әүҙемлек күрһәтте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бындай сараларҙың кәрәклеген, көндәлек тынғыһыҙ эштән аҙ ғына булһа ла арынырға, көс-дәрт тупларға, сәләмәтлекте нығытыуға булышлыҡ итеүен билдәләй.
Һөҙөмтәлә Үҙәк район китапханаһы командаһы – беренсе, Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре – икенсе, ауыл клубтары уңғандарынан төҙөлгән командалар артабанғы урындарҙы бүлеште. Райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илһам Ғималетдинов барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләп, рәхмәт белдерҙе һәм бындай сараларҙы матур йолаға әйләндереү зарурлығын билдәләне.