Милли проекттар
9 Апрель 2021, 03:30

Ямашта ҙур ҡыуаныс

Быға тиклем ауыл балалар баҡсаһы 1896 һәм 1916 йылдарҙа төҙөлгән ике бинала урынлашҡан булған.

Балаҡатай районының Ямаш ауылында бик ҡыуаныслы ваҡиға – бында яңы балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. Быға тиклем ауыл балалар баҡсаһы 1896 һәм 1916 йылдарҙа төҙөлгән ике бинала урынлашҡан булған. Ә был заманса учреждение 95 сабый өсөн иҫәпләнгән.
Хәҙер был яңы һәм матур бинала барыһы ла бар: санитар талаптарға яуап биргән аҙыҡ-түлек блогы, музыка залы, медицина блогы, төркөм һәм йоҡо бүлмәләре. Балалар баҡсаһы автономлы газ ҡаҙанлығы менән ҡорамалландырылған, температураны кәрәгенсә көйләп була. Бында биш төркөм, шул иҫәптән иң бәләкәстәр өсөн ясле эшләйәсәк.
Балалар баҡсаһының ихатаһы ла заманса. Унда резина япмалы биш уйын зонаһы бар, ҡомлоҡтар, каруселдәр, тауҙар ҡуйылған.
Балалар баҡсаһы ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған "Демография" милли проекты сиктәрендә төҙөлдө.
Фото: Башҡортостан Башлығы хакимиәте.
Читайте нас