Милли проекттар
10 Апрель 2021, 09:00

Йүнселдәрҙе “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә саҡыралар

Дүртөйлө ҡалаһында үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә яңы эш башлаған йүнселдәрҙең ике проекты ҡаралды.

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлө ҡалаһында үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә яңы эш башлаған йүнселдәрҙең ике проекты ҡаралды.
Улар еңел автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү, йүнәтеү һәм шлакоблоктар етештереү менән шөғөлләнергә ниәтләй. Районда эшҡыуарҙарға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы ярҙам күрһәтелә.
Үҙҙәренең бизнес-пландарын тормошҡа ашырыу өсөн йүнселдәргә мөлкәт һәм финанс йәһәтенән ярҙам кәрәк. Хакимиәт башлығы Риф Йосопов ултырышыта ҡатнашыусыларҙың башланғысын хуплап сыҡты, уларға проекттарын үҫтереүҙә булышлыҡ күрһәтеләсәк.
Әйткәндәй, Дүртөйлө районында үҙ эшен асырға теләгәндәрҙе “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашырға саҡыралар. Бының өсөн ғаризаны Башҡортостандың Инвестиция порталында (https://investrb.ru) теркәргә йәки 8(34787) 2-26-89, 2-19-48 телефондары аша алдан яҙылырға кәрәк.
Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/357418/
Читайте нас