Благовар районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, икенсе йыл инде уларҙа заманса Гуманитар һәм һанлы белем биреү үҙәктәре эшләй.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы, “Үҫеш нөктәһе” райондағы ике мәғариф ойошмаһында – Языков һәм Благовар ауылдарындағы урта мәктәптәрҙә асылған. Өр-яңы уҡытыу технологиялары ярҙамында балалар хәҙер 3Д-моделләү серҙәренә төшөнә, квадрокоптерға идара итергә өйрәнә, ҡағыҙ пластикаһын үҙләштерә.
Благовар мәктәбендәге “Үҫеш нөктәһе” кураторы Алевтина Иванова Екатеринбург ҡалаһында махсус уҡыуҙа ҡатнашҡан һәм уҡыусыларҙы яңы ҡорамалдарҙа эшләргә өйрәтә. Яңы программаларға ярашлы дәрестәрҙе үткәреү өсөн тәғәйенләнгән иркен бүлмәләр сағыу йыһаз һәм интерактив комплекстар тәьмин ителгән. Был проект балаларҙа һанлы, технологик һәм гуманитар өлкәләрҙә һәләттәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелә. Мәктәптәге “Технология”, “Информатика”, “Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” кеүек фәндәр өсөн заманса яңы белем биреү программалары төҙөлгән. Шулай уҡ дәрестән һуң балалар медиа ижады, проектлау эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, шахмат уйнай.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/85016