Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Артем һәм Октябрь урамдары киҫелешендә подрядсы ойошма сигналдар ҡабатлана торған яңы светофорҙы ҡуйҙы. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Тротт һүҙҙәренә ҡарағанда, ошондай сигналдар ҡабатлана торған светофорҙар дүрт һыҙатлы юлдарҙа ла барлыҡҡа киләсәк. Өҫтәүенә, тағы светодиодлы таҫма ла ҡуйыласаҡ. Тап ул светофор сигналын йәнә ҡабатлай.
– Өсөнсө йыл рәттән ҡалала ҡуйылған светофорҙар программа һәм диспетчер аша ҡуйылыуы менән яҡшы, йәғни уларҙы ҡала графигына ярашлы үҙгәртеп була. Быйыл барлығы биш яңы светофор ҡуясаҡбыҙ һәм тағы 7-һен заманлаштырасаҡбыҙ, – тип белдерҙе Юрий Волемарович, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнештәр бүлеге.
Май аҙағына тиклем подрядсы ойошма Өфө тракты киҫелештәрендә – Коммуналь урамда, Өфө трактында, Социалистик урамдағы 10-сы йорт эргәһендә, Тыныслыҡ-Ивлев, Техник һәм Хоҙайбирҙин урамдарында барлыҡҡа киләсәк.
Фото: республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.