Милли проекттар
13 Апрель 2021, 04:30

Халыҡ-ара конкурста ҡатнашасаҡтар

Салауат ҡалаһынан “Арлекин” өлгөлө балалар театр студияһы балалар һәм үҫмерҙәр коллективтарының Берлин халыҡ-ара конкурсында ҡатнашасаҡ.

Салауат ҡалаһынан “Арлекин” өлгөлө балалар театр студияһы балалар һәм үҫмерҙәр коллективтарының “Алтын асҡыс” – “Goldenes Schlüsselchen” тип исемләнгән асыҡ Берлин халыҡ-ара конкурсында ҡатнашасаҡ.
Башҡортостан балалары “Өс таған” спектаклен конкурстың онлайн форматында күрһәтәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, спектакль 2019 йылда барлыҡҡа килгән. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына һәм республиканың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналған.
Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Әйткәндәй, был милли проектҡа "Мәҙәни мөхит", "Ижади кешеләр", "Һанлы мәҙәниәт" федераль проекттары ҡарай.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Радик Ғәлиуллин, ҡуйыусы рәссам – Антон Бледных, пластик эшләнмә – Гөлнәзирә Сафиуллина.
“Алтын асҡыс” театр конкурсының онлайн-версияһы 9 апрелдән 7 майға тиклем буласаҡ. 8 майҙа иһә еңеүселәр асыҡланасаҡ.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас