“Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдың 7 майындағы указына ярашлы тормошҡа ашырыла һәм 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән.
Милли программаға ярашлы, һанлы мөхит, мәғлүмәти инфраструктура булдырыу, мәғлүмәти хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, һанлы технологияларҙы үҫтереү, һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләү, шулай уҡ һанлы дәүләт идаралығы булдырыуға йүнәлтелгән федераль проекттар тормошҡа ашырыла. Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә әлеге тармаҡҡа ҡағылышлы урындағы проекттар булдырылған.
“Һанлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә дәүләт һәм халыҡ араһындағы хеҙмәттәшлек алымы үҙгәрә. Мәҫәлән, 2021 йылдың беренсе кварталында Яңауыл районында 200-ҙән ашыу кеше муниципаль хеҙмәттәр менән ҡулланғанда электрон алымға өҫтөнлөк биргән. Улар араһында айырыуса ҙур ихтыяж менән ҡулланған хеҙмәттәр - баланы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына яҙыу, ер биләмәһенең урынлашыу схемаһын раҫлау, торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәпкә тороу, ер биләмәләренең төҙөлөш планын алыу һәм башҡалар.
Ведомство-ара электрон хеҙмәттәшлеккә ярашлы, Яңауыл районы һәм ҡалаһы буйынса Милек менән идара итеү комитеты тарафынан Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенән мәғлүмәт алыу өсөн 1300-ҙән ашыу һорау ебәрелгән.
“Һанлы иҡтисад” милли проекты ябай халыҡ менән дәүләт органдары араһындағы эшмәкәрлекте уңайлыраҡ, кешеләр өсөн ҡулайыраҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте.