Милли проекттар
14 Апрель 2021, 10:00

Ниһайәт, мәктәп яңыртыласаҡ

Көйөргәҙе районының Керәүле-Илюшкин ауылындағы урта мәктәп 1980 йылда төҙөлгән булған.

Көйөргәҙе районының Керәүле-Илюшкин ауылындағы урта мәктәп 1980 йылда төҙөлгән булған. Уның үҙенсәлеге шунда: бында балалар рус теле менән бер рәттән башҡорт һәм сыуаш телдәрен дә өйрәнә. Педагогтар тарафынан урындағы йолаларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн ҙур эш алып барыла. Ә бына мәктәптә төҙөлгәндән алып капиталь ремонт үткәрелмәгән.
2020 йылдың майында ауылда йәшәүселәр республика Башлығы эш сәфәре менән Көйөргәҙе районында булғанда унан белем усағын ремонтлауҙа ярҙам һораған. Ул саҡта Радий Хәбиров мәғариф һәм фән министрына халыҡ мөрәжәғәтен өйрәнергә, смета документтарын ҡарарға ҡушҡан һәм шунан һуң һуңғы ҡарар ҡабул ителәсәге хаҡында әйткән.
Быйыл ғануарҙа республика Хөкүмәте ярҙамында мәктәптә ремонт эштәре башланған. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк. Мәктәп директоры Рәфис Ғәҙелшиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, белем усағына капиталь ремонт эшләү кәрәклеге хаҡындағы мәсьәлә күптән киҫкен торған.
Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге.
Читайте нас