Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауыл китапханаһына халыҡтың үтенесе буйынса яңы нәфис һәм тармаҡ әҙәбиәте тапшырылды. Әле биләмә-ара үҙәк һәм Иҫке Ҡалмаш китапханаларының хеҙмәткәрҙәре яңы китаптарҙы теркәү һәм эшкәртеү менән мәшғүл.
“Балалар өсөн төрлө авторҙарҙың һәм төрлө форматтағы сағыу һәм бай йөкмәткеле китаптар килде. Йәш уҡыусылар 3D һәм 4D форматындағы энциклопедияларға айырыуса ҡыуаныр инде. Уларҙың үҙенсәлеге шунда: ғәҙәти ҡағыҙ биттәргә планшеттағы махсус ҡушымтаны яҡынайтыу менән китаптағы һүрәттәр йәнләнеп китә”, – ти китапханасылар.
Әйткәндәй, планшеттар ҙа алынған. Китаптарҙың һәр ҡайһыһы сағыу биҙәлгән, аңлатмаһы ла, байтаҡ мауыҡтырғыс күнегеүҙәре лә бар. Махсус планшет ярҙамында балалар китаптарҙа хәрәкәттәрҙе лә күрәсәк, хатта тауыштарҙы ла ишетәсәк.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/87744