Краснокама районының Ҡуян ауылында төҙөлгән өр-яңы балалар баҡсаһы быйыл февраль айында тәүге бәләкәстәрҙе ҡабул иткәйне. “Йылмайыу” тип аталған был баҡса ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проектына ярашлы үҙ ишектәрен асты.
Балалар баҡсаһы барлыҡ талаптарға яуап бирерлек итеп төҙөлгән: аҙыҡ-түлек блогы, музыка залы, төркөмдәрҙең күнекмәләр һәм йоҡо бүлмәләре, медицина, психолог һәм логопед кабинеттары, һаҡ бүлмәһе – барыһы ла уңайлы итеп эшләнгән. Мәктәпкәсә тәрбиә учреждениеһы кәрәкле ҡорамалдар, йыһаз, техника менән тәьмин ителгән.
Балалар баҡсаһы биләмәһе биш уйн майҙансығына, спорт һәм хужалыҡ зоналарына бүленгән. Уйын биләмәләренә балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн йомшаҡ япма түшәлгән. Шулай уҡ ҡомлоҡтар, каруселдәр, таусыҡтар барыһы ла тейешле сертификация үткән һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә.
Баҡсала ике йәштән ете йәшкә тиклем балаларға тәғәйенләнгән биш төркөм булдырылған, мәктәпкәсә тәрбиә учреждениеһы 95 урынға иҫәпләнгән.
“Яңы балалар баҡсаһы бәләкәстәргә һәм уларҙың ата-әсәләренә оҡшар, ҡыҙҙар һәм малайҙар унда теләп йөрөр, тип ышанабыҙ”, - тип билдәләнеләр Краснокама районы хакимиәтендә.
Фото: krasnokama.bashkortostan.ru