Милли проекттар
20 Апрель 2021, 04:30

Мәсетлеләр үҙҙәре хәл итә

Теләге булған һәр кеше 26 апрелдән 30 майға тиклем http://2.gorodsreda.ru платформаһында тауыш бирә ала.

Мәсетле районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, “Комета-спорт” ял паркы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы яңы һулыш алыуы ихтимал. Бының өсөн мәсетлеләр тауыш биреүҙә ҡатнаша ала. Уларға ял паркы биләмәһендә өҫтәмә рәүештә яңы объект төҙөүҙе билдәләү шарт: скейт-паркмы әллә автоҡаласыҡмы?
Теләге булған һәр кеше 26 апрелдән 30 майға тиклем http://2.gorodsreda.ru платформаһында тауыш бирә ала. Иң күп тауыш йыйған объектҡа 2022 йылда капиталь ремонт яһала.
Мәғлүм булыуынса, былтыр ошо милли проект нигеҙендә Әләгәҙ ауылында ял һәм мәҙәниәт паркы төҙөкләндерелгәйне. Ике гектар майҙандағы юлға һәм тротуарға асфальт түшәлде, резина япмалы һәм ҡулайламалы балалар майҙансығы барлыҡҡа килде, видеокүҙәтеү ҡорамалдары, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйылды, спорт, хоккей, футбол майҙансыҡтары йыһазландырылды, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәйкәл төҙөкләндерелде, ҡоймалар алмаштырылды.
Читайте нас