Милли проекттар
22 Апрель 2021, 03:55

Легендар диктор иҫтәлеген мәңгеләштерәсәктәр

“Башҡортостандың алтын тауышы” Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә бағышланған сара үткәрелә.

7 майҙа, Радио көнөндә, Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы, легендар диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир ойошторласаҡ. Сараны Башҡортостан Журналистар союзы, “Башҡортостан телевидение һәм радиокомпанияһы” дәүләт унитар предприятиеһы ойоштора. Турнирҙа “Юлдаш” радиоһы, Башҡортостан телевидение һәм радиокомпанияһы, Матбуғат йорто, республика гәзиттәре муниципаль йыйылма командалары үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Әле Матбуғат йорто һәм муниципаль баҫмалар командаларына спортсылар йыйыу бара. Ярыштарҙа ҡатнашырға теләгәндәр journalist@yandex.ru адресы буйынса электрон почтаға ғариза яҙа ала.
Хәтерегеҙҙәлер, Әхәт Мортазинды “Башҡортостандың алтын тауышы” тип йөрөтәләр ине. Уның матур, бәрхәт тауышын яңылыҡтар, көнүҙәк репортаждар буйынса таныйҙар ине. Әхәт Мортазин ваҡиға урындарынан, Хөкүмәт сараларынан, концерттарҙан тура трансляция алып барҙы. Күп кенә башҡорт яҙысыларының һәм шағирҙарының әҫәрҙәре уның тауышы менән яҙылған. Ул шулай уҡ фильмдарҙа ла төштө.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әхәт Мортазин 59 йәшендә, 2018 йылдың 13 мартында яҡты донъя менән хушлашты.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас