Милли проекттар
22 Апрель 2021, 04:30

Мәсетле районында – яңы ФАП

Быйыл тағы ла 66 фельдшер-акушерлыҡ пункты асыу планлаштырыла.

Башҡортостан Республикаһында өс яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты медицина эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға лицензия алды. Шуларҙың береһе Мәсетле районының Тәкә ауылында урынлашҡан.
Мәсетле районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, модулле ФАП – районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” проектына ярашлы барлыҡҡа килгән етенсе объект. Бында пациенттарҙы ҡабул итеү һәм персоналдың эше өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Прививкалар һәм процедуралар, өлкәндәрҙе ҡабул итеү, ҡаралыу кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау, дезинфекция саралары һәм персонал өсөн бүлмәләр бар.
Мәғлүм булыуынса, былтыр бөтә республика буйынса 121 фельдшер-акушерлыҡ пункты, өс ауыл табиплыҡ амбулаторияһы сафҡа индерелгән. Шуларҙың туғыҙы бюджетты экономиялау иҫәбенә, өҫтәмә рәүештә төҙөлгән.
9 апрелгә ҡарата 72 ФАП һәм өс амбулатория медицина эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүгә лицензия алған. Быйыл тағы ла 66 фельдшер-акушерлыҡ пункты асыу планлаштырыла.
Читайте нас