Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡалалағы А.П. Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нацистарҙың һәм уларҙың ҡуштандарының совет кешеләренә ҡарата ҡылған енәйәттәре тураһында тарихи хәҡиҡәтте һаҡлауға йүнәлтелгән саралар ойошторолдо.
Атап әйткәндә, “Күпме ваҡыт үтһә лә” күсмә күргәҙмәһе эшләне. Экспозицияға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Рәсәй Федерацияһы граждандарында ватансылыҡ тәрбиәләү” программаһына ярашлы баҫылып сыҡҡан һәм “йәшерен” тигән тамғаһы алынған федераль һәм төбәк архив документтары инде.
Проект өҫтөндә 370 хеҙмәткәр, 47 төбәк архивы, 66 профессиональ тарихсы – фән кандидаттары һәм докторҙары эшләне. Бай йөкмәткеле күргәҙмә балаларҙа ла, өлкәндәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Фото: sterlitamakadm.ru/adm/news/bez-sroka-davnosti/