Милли проекттар
25 Апрель 2021, 06:30

Иң ҙур бүләк – рояль

Бәләбәй ҡалаһының 1-се балалар сәнғәт мәктәбендә “Тағы ла бер йылға өлкәнәйҙек” тип аталған отчет концерты булды.

Бәләбәй ҡалаһының 1-се балалар сәнғәт мәктәбенең концерт залында “Тағы ла бер йылға өлкәнәйҙек” тип аталған отчет концерты булды.
Байрамға килгән ҡунаҡтар өсөн уҡыусылар әүәлге композиторҙарҙың әҫәрҙәрен бүләккә әҙерләне. Яңғыҙ сығыштар, сағыу ансамблдәр, вокаль дуэттар онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Сығыштар араһында уҡытыусылар фортепиано класында уҡытыу үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, конкурс лауреаттарын ҡотланы, балалар сәнғәт мәктәбе өсөн һатып алынған яңы ҡорамалдарҙың һәм музыка ҡоралдарының әһәмиәтен билдәләне. Әйткәндәй, был ҡорамалдар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы һатып алынған.
“Был проект буйынса мәктәп өсөн интерактив таҡталар, проектор, ноутбук һәм башҡа йыһаз һатып алынды. Әммә йәш музыканттар өсөн иң ҙур бүләк “Kawai” рояле булды. Концерттарҙа һәм башҡа сараларҙа ул беҙҙең өсөн алмаштырғыһыҙ музыка ҡоралына әүерелде”, – тине педагог Лариса Анчутина.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/90628
Читайте нас