2020 йылда Дүртөйлө районының Әсән ауылында “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы барлыҡҡа килгән моделле китапхана “Роскосмос” корпорацияһы, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Рәсәй дәүләт йәштәр китапханаһы менән берлектә, “Библиотөн-2021” Х Бөтә Рәсәй акцияһы нигеҙендә ойошторолған телекүперҙә ҡатнашты.
Кешелектең беренсе тапҡыр йыһанға осоуына арналған “Китап - йондоҙҙарға юл” тип аталған сарала Халыҡ-ара йыһан станцияһы космонавтары Олег Новицкий, Петр Дубров, “Библиотөн-2021”ҙең почетлы ҡунаҡтары һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Ауыл йәштәре, ололар, милли кейемдә йәш ғаиләләр, Әсән ерен төйәк иткән башҡорт, рус, татар, мари милләте вәкилдәре космонавтарға ҡунаҡсыл Башҡортостандан сәләм еткерҙе.
Телекүперҙә Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов, депутаттар, урындағы үҙидара һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Әсән урта мәктәбе уҡыусыһы Рената Ғиззәтуллина космонавтар менән аралашып, уларҙан яратҡан китаптары тураһында һораны.
Моделле китапхана хеҙмәткәрҙәре “Йыһан старттары биттәре” тигән китап күргәҙмәһе ойоштора. Сараны “Серҙәштәр” фольклор төркөмө һәм “Аҡ ҡалфаҡ” бейеү коллективы сығыштары биҙәй.
Телекүпер Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы һатып алынған ҡорамалдар ярҙамында тормошҡа ашырыла.