Балтас районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үҙәк район дауаханаһында артериаль гипертония, шәкәр диабеты, быума, йөрәк, аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙарынан яфаланғандар өсөн сәләмәтлек дәрестәре уҙғарыла. Йәмғеһе 13 сәләмәтлек мәктәбе ойошторолған. Был эш районда Рәсәй Президенты Владимир путиндың май указы менән раҫланған “һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә башҡарыла.
“Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” проекты буйынса табип-кардиолог Эмма Миңлеғәлиева “Артериаль гипертония” тигән темаға ай һайын дәрестәр үткәрә. Бындай сәләмәтлек дәрестәренең маҡсаты – пациентты һаулығын хәстәрләргә, сирҙең ҡуҙғып китеүенән һаҡланырға өйрәтеү, сәләмәт тормошҡа дәртләндереү, дауаланыу тәртибен үтәүҙең мөһимлеген аңлатыу, һаулыҡ өсөн яуаплылыҡ тәрбиәләү.
“Сәләмәтлек дәрестәре ярҙамында сирле кеше хәлен үҙаллы баһаларға өйрәнә, организмға кире йоғонто яһаған факторҙар, дөрөҫ туҡланыуҙың, әүҙемлектең, көсөргәнеште көйләүҙең, насар ғәҙәттәрҙән баш тартыуҙың әһәмиәте тураһында мәғлүмәт ала. Пациенттар ҡан баҫымын үлсәү, ғәҙәттән тыш осраҡтарҙа табипҡа тиклем тәүге ярҙамды күрһәтеү ҡағиҙәләренә төшөнә”, – тине Эмма Фирҙәүес ҡыҙы.