Милли проекттар
29 Апрель 2021, 08:00

Яңы ҡорамал диагностика мөмкинлектәрен арттыра

Япондарҙың был ҡорамалы тын алыу ағзалары патологияһы менән яфаланған ауырыуҙарҙы тикшереүҙә ярҙам итәсәк.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Күмертау ҡалаһы дауаханаһына яңы видеоэндоскопик комплекс алынды. 9,5 миллион һумлыҡ был ҡорамал Японияла эшләнгән. Ул тын алыу ағзалары патологияһы менән яфаланған ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтеүҙә диагностик мөмкинлектәрҙе арттырасаҡ.
- Юғары етештереүсәнле эндоскопик система HD картиналар барлыҡҡа килтерергә һәләтле. I-Scan электрон программаһы өҫтәмә визуализация иҫәбенә сирҙәрҙе асыҡлауҙа һәм классификациялауҙа ярҙам итә, - ти дауахананың баш табибы Олег Астахов, - Был комплекс булған ҡорамалдар менән эшләүҙе яраҡлаштырырға, медицина ярҙамы сифатын яҡшыртырға булышасаҡ.
Видеокомплекстың оптик системаһы фокусҡа йыйыуҙың ике параметрын эшкә ҡушырға мөмкинлек бирә: “яҡын режим” лайлалы тиресәне ентекләп ҡарауҙы тәьмин итә, “ғәҙәти режим” ауырыуҙарҙы ҡабул иткәндә ҡулланыла. Һүрәттәрҙең сифаты аныҡ, төҫтәр айырмалығы яҡшы.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу, 2024 йылға тиклем хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем күрһәткестәрен кәметеү, медицина учреждениеларын алдынғы технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҙур бурыстарҙың береһе булып тора.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас