Бәләбәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы, Бәләбәйҙә ирекмән табиптар “Тиҫтер” йәштәр сәйәсәте учреждениеһының йәш армеецтары менән берлектә Интернациональ һәм Волгоград урамдарында Еңеү символдарын таратыуҙы дауам итә.
Урамдағы кешеләр Георгий таҫмаларын ҡыуанып ала, сөнки был таҫма улар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Карина Никитинаның ҡарт олатаһы Сәғиҙулла Ғарифулла улы Сәйфуллин дошманға ҡаршы һуғышҡан. “Ҡарт олатайым фронтта булған. Һуғыш аҙағында сержант дәрәжәһендә Японияға ҡаршы һуғышҡан, танк командиры булған”, – ти Карина.
Мәғлүм булыуынса, Георгий таҫмаларын 2005 йылдың яҙында тарата башлағайнылар. Үҙенән-үҙе тыуған акция яҡшы йолаға әүерелде һәм 9 майҙы байрам иткән көндәрҙә бөтә йәштәге кешеләрҙе берләштерә.
“Беҙҙең ирекмәндәр райондың бөтә ауылдарында ла таҫмаларҙы таратасаҡ. Акцияла 100-гә яҡын ирекмән ҡатнаша”, – тине Социаль үҫеш идаралығының йәштәр бүлеге начальнигы Илдар Васильев.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/93880