Өфө районының Булгаков ауылында “Стимул” программаһы сиктәрендә мәктәп төҙөлөшө дауам итә. Был турала Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.
Шул иғтибарға лайыҡ, бында төҙөлөш эштәре 2020 йылда уҡ башланғайны. Уның дөйөм майҙаны – 13 мең квадрат метр, 825 уҡыусыға иҫәпләнгән. Дәүләт заказсыһы – Башҡортостан Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсыһы – “БашГражданСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Проектҡа ярашлы, ул өс ҡатлы буласаҡ. 1-се ҡатта вестибюль, гардероб, оҫтаханалар, уҡыу кабинеттары, медицина бүлмәһе һәм аш-һыу блогы, спорт залы, башланғыс кластар өсөн айырым уҡыу бүлмәләре урынлашасаҡ. 2-се ҡатта уҡыу кабинеттары буласаҡ. 3-сө ҡатта иһә тамашалар һәм мәғлүмәт залдары. Мәктәпкә инер өсөн пандус ҡуйыласаҡ.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты – торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү программаһына стимул ролен үтәй. Уны тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2021–2023 йылдарҙа Башҡортостан бюджетына 83 миллиард һум аҡса (8 инженер инфраструктураһы объектын һәм 17 автомобиль юлын төҙөүгә) йүнәлтеү ҡаралған.
Фото: Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты.