Милли проекттар
3 Май 2021, 12:30

Һәр эшҡыуарға – айырым ҡараш

Башҡортостан “Мой бизнес” үҙәгенең Мобиль офисы Федоровка районы эшҡыуарҙары өсөн консультация үткәрҙе.

Башҡортостан “Мой бизнес” үҙәгенең Мобиль офисы Федоровка районы эшҡыуарҙары өсөн консультация үткәрҙе. Әйткәндәй, бындай күсмә консультациялар Башҡортостанда “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларын яҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Мөһим сарала Федоровка районы хакимиәте башлығы Венер Насретдинов, Башҡортостан эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов, “Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың башҡарма директоры Рәмил Хисмәтуллин, шулай уҡ райондың эшҡыуарҙары ҡатнашты.
Осрашыу барышында “Мой бизнес” үҙәге хеҙмәттәр күрһәтеүенең исем туйы уҙҙы. Ҡыҙыҡһыныусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Тауарҙы сертификациялау, тауар билдәһен теркәү һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Аҙаҡтан һәр эшҡыуар менән айырым һөйләшеү булды.
Фото: Башҡортостан “Мой бизнес” үҙәгенең Мобиль офисы.
Читайте нас