Милли проекттар
4 Май 2021, 04:30

Илештәр яңы фатирҙарҙы көтә

Оҙаҡламай 32 ғаилә йорт туйлаясаҡ тигән һүҙ был.

Илеш районы хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, районда граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн күп фатирлы ике йорт төҙөлә. 2019 йылдан алып, федераль проект буйынса был эш әүҙем дауам итә, 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип иҫәпләнгән күп ҡатлы йорттарҙан халыҡты яңы торлаҡҡа күсереү башланды.
Республикала граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса 2019-2025 йылдарға иҫәпләнгән төбәк адреслы программаһы эшләй. Илеш районы ла ошо программала ҡатнаша.
Мәҫәлән, 2021 йылда төбәк программаһының икенсе этабында Үрге Йәркәйҙә 766,7 квадрат метр майҙандағы торлаҡта йәшәгән халыҡты яңы фатирҙарға күсереү планлаштырыла. 32 ғаилә йорт туйлаясаҡ тигән һүҙ был. Әле Совет һәм Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге урамдарҙа күп фатирлы ике йорт төҙөлә, йыл аҙағына тиклем улар файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Программаға ярашлы, республикала бөтәһе биш меңдән ашыу кеше яңы фатирҙарға күсәсәк.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/94590
Читайте нас