Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын тормошҡа ашырыу барышында республикала урманды тулыландырыу өсөн ағас тоҡомдары орлоғон йыйыу, йәш үҫентеләрҙе күберәк үҫтереү күҙаллана.
Әле Маҡар урман хужалығы питомнигы 22 гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Ниндәй генә ағас, ҡыуаҡ юҡ унда! Уларҙың төрҙәре йылдан-йыл ишәйә. Урман хужалығы директоры Сәлим Хафизов әйтеүенсә, май башында Маҡар питомнигында урмансылар 0,1 гектар ерҙә – ҡарағас, 0,3 гектарҙа ҡарағай орлоғо сәскән.
– Яҙғы урман культуралары осоронда теплицала 60 килограмм ҡарағай, 30 килограмм ҡарағас, 5,5 килограмм Ҡырым ҡарағайы, 5 килограмм зәңгәр шыршы орлоғо сәсергә ниәтләйбеҙ, – тине урман хужалығы етәксеһе. – Питомникта үҫтерелгән йәш ағастарҙың бер өлөшө урманды тулыландырыуға йүнәлтелә, йәғни ҡырҡылған ағастар урынына ултыртыла, икенсе өлөшө биләмәләрҙе йәшелләндереүгә файҙаланыла. Мәҫәлән, Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы көнөндә урмансылар Кинйәбулат ауылы эргәһендәге шишмәне төҙөкләндереп, Байғужа ауыл биләмәһе халҡы менән бергә 100-ҙән ашыу ҡайын ағасы ултыртты.
Фото: forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/365089/