Милли проекттар
6 Май 2021, 05:30

Һәр кем ҡатнаша ала

Тауыш биреү 30 майға тиклем дауам итә.

Ҡариҙел районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, ошо көндәрҙә районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты нигеҙендә “Йәшел Башҡортостан” берҙәм экологик акцияһы уҙғарылды.
Муниципалитеттағы хеҙмәт коллективтары үҙҙәренә беркетелгән йәмәғәт биләмәләрендә ағас ултыртты. Район үҙәгендәге предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең, шулай уҡ йәнтөйәгенең яҙмышына битараф булмаған кешеләрҙең тырышлығы менән 80 алмағас һәм миләш үҫентеһе, районда йәмғеһе 918 алмағас, муйыл, балан, ҡарағай, шыршы, ҡайын ултыртылды.
“Йәмәғәт биләмәләрен йәшелләндереү һәм тәртипкә килтереү буйынса өмәләрҙә һәр кем ҡатнаша ала”, – тине Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.
Әйткәндәй, әле https: //2.gorodsreda.ru порталында “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашырға мөмкин. Ул 30 майға тиклем дауам итә.
Фото: karaidel.bashkortostan.ru/presscenter/news/364794/
Читайте нас