Нефтекамала ҙур проектты тормошҡа ашырыу дауам итә: Юбилей проспектында, Карцев, Ҡала һәм Мөхәмәт Әхмәҙиев урамдарында юл реконструкциялана.
Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡал мөхите” милли проектына ярашлы башҡарыла. Федераль ҡаҙнанан төҙөлөшкә 280 миллиард һум аҡса бүленә, уның ҙур өлөшө автомагистраль буйындағы коммуникацияларҙы төҙөкләндереүгә тотонола.
Мәғлүм булыуынса, объекттарҙа эш быйыл ғинуар аҙағында башланғайны. Әле канализация һәм яуым-төшөм ҡоҙоҡтары, торбалар монтажлана. Проектҡа ярашлы, бында дүрт километр самаһы юл һалына. Магистраль ҡаланың 24-се һәм 25-се биҫтәләренә барыуҙы еңеләйтәсәк.
Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, юлда йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн инфраструктура булдырыла. Киләсәктә был урында парктар һәм скверҙар асыу ҙа ҡарала.