Милли проекттар
7 Май 2021, 11:30

“Яҡшы ҡатырға” дәүләт ярҙамынан файҙаланған

Аҡсаны гофраҡатырға эшкәртеү буйынса яңы автоматлаштырылған линия һатып алыуға тотонғандар.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Төбәк гарантиялар фондының поручителлеге менән “Яҡшы ҡатырға” компанияһы 20 миллион һум кредит алған. Аҡсаны гофраҡатырға эшкәртеү буйынса яңы автоматлаштырылған линия һатып алыуға тотонғандар. Поручителлек рәүешендәге дәүләт ярҙамы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы күрһәтелгән.
“Яҡшы ҡатырға” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – Башҡортостанда гофраҡатырға етештереүсе төп предприятие. Бында юғары сифатлы сеймал файҙаланалар, заманса ҡорамалдар ай һайын 3,5 миллион квадрат метр гофраҡатырға етештереү мөмкинлеген бирә.
– Гарантия фонды тураһында киң мәғлүмәт саралары аша белеп ҡалдыҡ. Яңы ҡорамал һатып алыу өсөн уның ярҙамынан файҙаланырға булдыҡ. Фонд эшмәкәрлегенән яҡшы тәьҫораттар ҡалды. Таныштарға ла уны тәҡдим итәбеҙ, – тине компания директоры Денис Коткин.
Мәғлүм булыуынса, Гарантия фонды эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге милли проектҡа ярашлы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс ярҙамы күрһәтә. Дәүләт поручителлеге менән йүнселдәр, үҙҙәренең етерлек залог аҡсаһы булмаған осраҡта ла, кредит алыу мөмкинлегенә эйә.
Фото: dela.ru/news/260028/
Читайте нас