Милли проекттар
8 Май 2021, 04:30

Эште һөҙөмтәлерәк итә

Республика клиник психиатрия дауаханаһы күп функциялы ике ҡоролма алған.

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Һаулыҡ һаҡлау берҙәм дәүләт системаһы нигеҙендә тармаҡта берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы, Республика клиник психиатрия дауаханаһы күптән түгел күп функциялы ике ҡоролма алған.
Был заманса техника учреждениелағы дефицитты кәметеүгә, медицина персоналы тарафынан пациенттарҙың документтарын баҫтырыу ваҡытын ҡыҫҡартыуға, пациент менән эшләүҙе оҙағыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк итеүгә булышлыҡ итәсәк.
Аппараттарҙың береһе - консультатив-диагностика бүлегенә, икенсеһе амбулатор суд-психиатрия бүлегенә ҡуйылған.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған был ғәмәлгә ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
Фото: rpbmzrb.ru
Читайте нас