Милли проекттар
8 Май 2021, 15:30

Курсанттар “Хәтер вахтаһы”нда ҡатнаша

Ул тәүге тапҡыр 1988 йылда ойошторола.

Өфө ҡалаһы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Бөйөк Еңеү көнө алдынан баш ҡалала байтаҡ саралар ойошторола. Шуларҙың береһе – “Хәтер вахтаһы”. 7 һәм 8 майҙа хәрби-патриотик клубтарҙың курсанттары Өфөләге Ватанды һаҡлаусыларға арнап асылған 10 мемориал, обелиск һәм һәйкәл эргәһендә “Хәтер вахтаһы”на баҫты.
Был күләмле Бөтә Рәсәй акцияһының маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу. Ул тәүге тапҡыр 1988 йылда ойошторола. Акция Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Рәсәй Федерация граждандарын ватансылыҡ рухында тәрбиәләү” федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә.
Фото: ufacity.info/press/news/406489.html
Читайте нас