2023 йылға тиклем “Белорет” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә ватан йүгереү “юл”дарын етештереү планлаштырыла. “Фитнестехнологиялар” компанияһы Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының Башҡортостандағы социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерелгән. Инвестор вәкилдәре спорт тренажерын етештереүҙе башлау өсөн 3,5 миллион һум тотонмаҡсылар.
“Был инвестиция проекты Башҡортостан өсөн көнүҙәк, сөнки продукция импорт етештереүсеһенә конкурент булырға мөмкин. Предприятие оҙайлы хеҙмәт итәсәк йүгереү “юл”дарын кардиологик күнекмәләр өсөн етештерәсәк. 15 эш урыны барлыҡҡа киләсәк”, - тип белдергән республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.
“Фитнестехнологиялар” компанияһы үҙ сиратында һалым ташламаларына эйә буласаҡ. Был иһә продукттың үҙҡиммәтендә сағылыш табасаҡ. Һалымдар һәм иғәнәләр буйынса кәметелгән хаҡ йүгереү “юл”ының һуңғы хаҡына йоғонто яһаясаҡ.
Ошо саралар Рәсәй компанияһына сит ил баҙарына сығырға ла булышлыҡ итәсәк. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.