Быйыл 15 апрелдән 10 майға тиклем республиканың урман фондында 54 урман янғыны теркәлгән. Уларҙың 27-еһе кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә, 26-ыһы башҡа категорияға ҡараған ер биләмәләренән күскән, берәүһе – техноген объекттан. Зыян күргән майҙан 221,245 гектар тәшкил итә.
Үткән тәүлектә ике урман янғыны теркәлгән һәм бөтәһе 3,9 гектар майҙанға зыян килтерелгән, шул иҫәптән:
– Учалы урмансылығының Ауыл участка урмансылығында бер гектар. Утты һүндереүгә 30 кеше һәм туғыҙ берәмек техника йәлеп ителгән.
– Туймазы урмансылығының Юғары Троицк участка урмансылығында 2,9 гектар ер янған. Ут һүндереүгә 19 кеше һәм ете берәмек техника йәлеп ителгән.
Бөгөн дә республикала өсөнсө-дүртенсе класс янғын хәүефе һаҡлана. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра: яҙын ҡоро үләндең күп булыуы ҙур хәүеф сәбәбе булып тора, шуға ла усаҡ яғыу һәм сүп-сар үртәү тыйыла. Был талаптарҙы үтәмәгәндәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған, штраф һалына.
Урманда йәки уның эргәһендә нимәлер янғанын күрһәгеҙ, шунда уҡ Урман һағының берҙәм телефон һандарына – 8 (800) 100-94-00 йәки республика Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә – 8 (347) 218-14-14 – шылтыратығыҙ.
Әйтергә кәрәк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты буйынса урмандарҙы тергеҙеүгә тос өлөш индерелә: яңы техника алына, күпләп ағас ултыртыла. Әммә беҙ үҙебеҙ һаҡсыл ҡарамаһаҡ, был тырышлыҡтар бер шырпы һөҙөмтәһендә юҡҡа сығасаҡ.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.