Нуриман районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Р.С. Исмәғилев исемендәге Байгилде ауыл лицейының “Хәтер” эҙәрмәндәр отряды ағзалары, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы, “Хәтер вахтаһы”нда ҡатнашып, Ленинград өлкәһенең Киров районына булды.
– Йәштәрҙә гражданлыҡ-ватансылыҡ тәрбиәләүҙең байтаҡ алымдары бар. Минеңсә, был йәһәттән эҙәрмәндәр хәрәкәтенең дә әһәмиәте бик ҙур. Отряд ағзалары – VII-X класс уҡыусылары һуғыш ҡорбандарының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә тос өлөш индерҙе, ялан шарттарында йәшәү һәм эшләүҙең ауыр һынауҙарын да үҙ иңендә татыны, – тине эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Салауат Исмәғилев.