Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда йыл һайын А.В. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” клубындағы йәш хоккейсыларҙың республика ярыштары уҙғарыла. Бындай саралар балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе физик культураға һәм спортҡа күпләп йәлеп итеү, йәш быуынға физик, рухи, патриотик тәрбиә биреү, сәләмәт тормошто пропагандалау, тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашыу өсөн һәләтле, көслө йәш хоккейсыларҙы асыҡлау маҡсатында уҙғарыла.
Мәғлүм булыуынса, “Алтын шайба” клубы ярыштары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты нигеҙендә уҙғарыла. Командаларға хоккей экипировкаһы һатып алыуға 21 сертификат, шулай уҡ “Алтын шайба” клубы республика ярыштарының иң яҡшы тренерҙарына гранттар тапшырыла.