“Башинформ” агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты нигеҙендә, йыл башынан алып Башҡортостандан Беларусь Республикаһына, Данияға, Латвияға, Литваға һәм Норвегияға 33 мең 850 тонна көнбағыш ҡалдығы экспортланған. Һәр партия “Россельхознадзор” белгестәре тарафынан тикшерелгән.
“Экспортҡа сығарылған йөктөң бөтә партияларын “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан референт үҙәге тулыһынса ентекле тикшерҙе. Һөҙөмтәләргә ҡарағанда, бөтә үҫемлекселек продукцияһы импортлаусы илдәрҙең талаптарына яуап бирә, тауарҙарға 479 фитосанитария сертификаты бирелгән”, – тип белдерҙеләр ведомствола.
Көнбағыш ҡалдығы (шроты) – концентрациялы мал аҙығы, май экстакцияһы производствоһының ҡалдыҡ продукты. Майлы үҫемлектәрҙең орлоғонан бөтә майҙы һығып алғандан һуң ошо продукт килеп сыға.
Сығанаҡ: bashinform.ru/news