Милли проекттар
15 Май 2021, 09:30

Ыңғай үҫеш күҙәтелә

Республиканың Конкурентлы сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса эште дауам итәсәк.

Республиканың Конкурентлы сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса эште дауам итәсәк.
Шулай итеп, 2018 йылдан бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарының Башҡортостандағы дөйөм дәүләт һәм муниципаль килешеүҙәрҙәге өлөшө 10 процентҡа артҡан. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
– Донъялағы ябай булмаған хәлдәр менән бәйле Башҡортостан Хөкүмәте алдына эшҡыуарлыҡ секторына ярҙам итеү тигән бурыс ҡуйылған. “Дәүләт һәм муниципаль килешеүҙәрҙең дөйөм ҡиммәтендә дәүләт һәм мунициаль килешеүле субъекттары булған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлөшө” Рәсәй Федерацияһының инвестиция климаты хәле милли рейтингы күрһәткесе бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙе билдәләгән күрһәткестәргә ҡарай. Республиканың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты тарафынан бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтелә, - тип белдерҙе Башҡортостандың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.
Әйткәндәй, һуңғы өс йылда күрһәткес 10 проценттан ашыуға артҡан. 2020 йыл буйынса иһә күрһәткестәр 39,1 миллиард һум (48,1 процент) тәшкил иткән. Был иһә ыңғай үҫеш хаҡында һөйләй.
Читайте нас