Милли проекттар
16 Май 2021, 09:00

Хеҙмәт етештереүсәнлеге байтаҡҡа артҡан

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында 106 предприятие ҡатнаша.

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге ике тапҡырға тиерлек артҡан. Был турала республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.
Был милли проект бизнес менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итә. Пандемия предприятиеларға үҙгәреүҙең, яңы ҡарарҙар ҡабул итеүҙең мөһимлеген, етештереү процестарын системалаштырыу зарурлығын күрһәтте. Һаҡсыл технологияларҙы ғәмәлгә индереү камиллашырға һәм иҡтисади һөҙөмтәгә өлгәшергә ярҙам итә.
Республикала ҙурлығы буйынса икенсе ҡаланы тәшкил иткән Стәрлетамаҡта “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ете предприятиела тормошҡа ашырыла. Уларҙа тәүге иҡтисади һөҙөмтә бер миллион һумдан артып киткән”, – тине Рөстәм Моратов.
Уның әйтеүенсә, тәүге мәлдәрҙә предприятиеларҙағы ҡорамалдарҙы эшкә ҡушыу күрһәткесе уртаса 1,7 тапҡырға артҡан, процестарҙың дауамлылыҡ ваҡыты 2-3 тапҡырға, ҡорамалдарҙың эшһеҙ тороу ваҡыты иһә 1,6 тапҡырға ҡыҫҡарған, тамамланмаған етештереү күләме 2-2,5 тапҡырға түбәнәйгән.
Әле Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында 106 предприятие ҡатнаша.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/97227
Читайте нас