Стәрлетамаҡ ҡалаһында юлдарға түшәлгән асфальт сифатын тикшерҙеләр. Ҡалала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә юл ремонтлау эше бара.
Был эштәр апрелдә үк башланғайны, подрядсы ойошма Хоҙайбирҙин урамынан Ҡара диңгеҙ урамы буйлап Имай Насыри урамына тиклемге юлдарға асфальт түшәй.
Был аҙнала Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең транспорт сәнәғәте һәм элемтә бүлеге начальнигы Илдар Усманов ҡаланың Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре, ҡала округы депутаттары һәм Капиталь ремонт идаралығы вәкилдәре менән ремонт эштәрен атҡарыу сифатын тикшерҙе. Илдар Усмановтың белдереүенсә, тикшереү һөҙөмтәһендә акт төҙөлгән һәм дәғүәләрҙе бөтөрөү ваҡыты билдәләнгән.
Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.