Баҡалы районының Мостафа ауылынан йәш фермер Илгизәр Фәруҡшин үҙ эшен бер нисә баш малдан ғына башлай. Хәҙер улар һаны 78 башты тәшкил итә, шуларҙың 45-е – һауын һыйыры. Көтөүҙә күпселек күп һөт һәм ит биргән тоҡомло ҡара-сыбар таналар йөрөй. Улар "Яңы эш башлаған фермер" программаһы буйынса яуланған грант аҡсаһына алынған.
2019 йылда Илгизәр ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендәге "Яңы эш башлаған фермер" программаһында ҡатнашып, үҙенең проектын яҡлай һәм өс миллион һумлыҡ грант ота.
Крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы үҙенең эшмәкәрлегендә төп баҫымды һөтсөлөккә йүнәлтергә хәл итә. Әлбиттә, ул һауым буйынса юғары табыш алмайынса малсылыҡта иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшеп булмағанын яҡшы аңлай. Ә һауым малдарға юғары калориялы туҡлыҡлы һәм еңел эшкәртелгән аҙыҡ биргәндә генә арта.
Шулай былтыр фермер, Лайк АГРО фирмаһы менән хеҙмәттәшлек итеп, витаминдар менән байытылған шыйыҡ аҙыҡ әҙерләгән ҡорамал һатып ала. Был ашлыҡ бутҡаһы ҡоро фуражды алмаштыра. Былай ашлыҡ та экономиялана. Бөгөн 30 баштан ашыу һауын һыйыры дүрт проценттан ашыу ҡуйылыҡтағы 500 литрҙан ашыу һөт бирә.
Фәруҡшин өс эш урыны ла булдырған. Көҙгә көтөүҙе ҙурайтырға ла йыйына – тағы 15-20 тоҡомло тана һатып алмаҡсы. Ул көтөүлек ерҙәрен дә арттырған. Былтыр 200 гектар булһа, быйыл йәнә 150 гектар ер өҫтәлгән.