Милли проекттар
17 Май 2021, 12:00

Студенттар фестивалдә ҡатнаша

Финал 15 – 20 майҙа Түбәнге Новгород ҡалаһында уҙа.

Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты нигеҙендә, Башҡортостан студенттары ХХIХ “Рәсәй студент яҙы” Бөтә Рәсәй фестивале финалында ҡатнаша.
Проект Рәсәй Йәштәр союзы тарафынан “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Финал 15 – 20 майҙа Түбәнге Новгородта үтә. Сарала Рәсәйҙең 75 төбәгенән 3500 студент ҡатнаша.
Республикабыҙҙы фестивалдә Башҡорт дәүләт университетынан, Өфө дәүләт нефть техник университетынан, Өфө дәүләт авиация техник университетынан, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан, Өфө юридик институтынан 82 студент таныта. Ҡатнашыусылар 11 йүнәлеш буйынса эшләй. Башҡортостан делегацияһы етәксеһе Кристина Першукова әйтеүенсә, студенттарҙың яртыһынан күберәге Бөтә Рәсәй фестиваленә тәүге тапҡыр килгән.
Сараның конкурс программаһында бөтәһе 11 йүнәлеш: “Төбәк программаһы”, “Вокал”, “Инструменталь”, “Бейеү”, “Театр”, “Үҙенсәлекле жанр”, “Мода”, “Журналистика”, “Видео”, “Арт”. Быйыл бер яңы йүнәлеш тә өҫтәлгән. Ул – “Стрит-арт”.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/97512
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/97512
Читайте нас