Милли проекттар
18 Мая 2021, 13:45

Республикала “Йыл оҫтаһы” кем булыр?

Конкурс өс өлөштән тора. Төбәктә ҡатнашыусылар араһынан 39 кешенең унауһы икенсе этапҡа үтте.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл мартта һөнәри белем биреү ойошмаларының производствола уҡытыу мастерҙары араһында “Йыл оҫтаһы” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы башланғайны. Уны Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторҙо.
Конкурстың операторы – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы төҙөлгән Башҡортостандың Кадрҙарҙы йылдам һөнәри әҙерләү үҙәге (http://copp-rb.ru).
Сараның маҡсаты – һәләтле производствола уҡытыу оҫталарын, уҡытыусыларҙы асыҡлау, педагогик һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыу, белем биреү һәм кадрҙар әҙерләү өлкәһендә алдынғы идеяларҙы танытыу, шулай уҡ иң яҡшы педагогик тәжрибәне өйрәнеү, таратыу.
Конкурс өс этаптан тора. Тәүге һайлап алыу турында төбәк комиссияһы ҡатнашыусыларҙың портфолиоһын баһалағайны. 39 кешенең унауһы икенсе этапҡа үтте.
17 – 21 майҙа уҙғарылған республика этабы финалында ҡатнашыусылар “Асыҡ оҫталыҡ дәресе” һәм “Тәрбиәләп өйрәтеү һәм өйрәтеп тәрбиәләү” кеүек йүнәлештәрҙә һынау тота. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса баһалама комиссияһы еңеүсене асыҡлай. Ул быйыл октябрҙә Мәскәүҙә үткәрелгән “Йыл оҫтаһы” Бөтә Рәсәй конкурсында республикабыҙҙы таныта.
Фото: education.bashkortostan.ru/presscenter/news/367485/
Читайте нас