Башҡортостан Хөкүмәте йыл һайын Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусылар - предприятиелар араһында иң шәп остазлыҡ практиктары” конкурсын үткәреүҙе хупланы.
Был сара быйыл июндә үткәрелер, июлдә һығымталар яһалыр, еңеүселәр бүләкләнер тип көтөлә.
– “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты буйынса республика айырым маҡсатлы күрһәткестәр буйынса системалы рәүештә алдан бара. Бөгөн проектҡа төбәктәге 106 предприятие йәлеп ителгән. Һаҡсыл етештереү нигеҙҙәренә 1,8 мең хеҙмәткәр уҡытылған. Был план күрһәткесенән ике тапҡырға күберәк, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Республика Хөкүмәтенең "Хеҙмәт етештереүсәнлеге милли проектында ҡатнашыусылар - предприятиелар араһында иң шәп остазлыҡ практиктары” конкурсын үткәреү тураһында”ғы ҡарары проектына ярашлы, конкурсты Башҡортостандың Төбәк хеҙмәт етештереүсәнлеге компетенциялары үҙәге республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы ярҙамында үткәрәсәк.
– Остазлыҡ – юғары етештереүсәнлек мәҙәниәте үҫеше инструменттарының береһе. Республика предприятиелары бер нисә номинацияла үҙен күрһәтә аласаҡ, - тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Төбәк конкурсында еңеп сығыусылар ил күләмендәге бәйгелә үҙен һынап ҡараясаҡ.