Милли проекттар
19 Май 2021, 07:30

Өйҙәренең йәме, аштарының тәме бар

Ярты быуат бергә ғүмер кисергән Зөһрә Мөғәлим ҡыҙы һәм Мөҙәрис Тимерйән улы Әхмәтгәрәевтәрҙе яҡташтары ихлас күңелдән күркәм байрамдары менән ҡотланы

Халыҡ-ара ғаилә көнөндә Саҡмағош районында шатлыҡ тойғолары, кинәнес тойҙорған матур байрам үтте. Район үҙәге паркында тормош юбилярҙары, илле йыл бергә иңде-иңгә терәп донъя көткән, балалар үҫтергән Зөһрә Мөғәлим ҡыҙы һәм Мөҙәрис Тимерйән улы Әхмәтгәрәевтәрҙе яҡташтары ихлас күңелдән күркәм байрамдары менән ҡотланы.
Ярты быуат ғүмер эсендә әсеһен-сөсөһөн кисерергә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тура килһә лә, улар бер-береһенә мөхәббәтте һәм ихтирамды һаҡлай алған. Хәҙер балалары ата-әсәһенең юлын лайыҡлы дауам итә. Бындай бәхетле ғаиләләр тураһында һүҙ сыҡҡанда, “өйҙәренең йәме, аштарының тәме бар”, тип әйтергә яраталар. Саҡмағош районының хакимиәт башлығы Реканс Ямалиев тормош юбилярҙарын байрамдары менән ҡотлап, Башҡортостан Башлығының ҡотлау адресын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Байрамды күңелле концерт номерҙары, конкурстар дауам итте.
Шул уҡ көндә райондың ЗАГС бүлегендә тантаналы рәүештә никах теркәү үткәрелде. Лиана һәм Таһир Кәлимуллиндарҙың ғаилә усағы ҡабынды. Уларға бәхетле оҙон ғүмер юлы теләйбеҙ!
“Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проектына ярашлы, ололарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, социаль яҡлау буйынса ҙур бурыстар тора. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы, милли проектты тормошҡа ашырыу барышында өлкәндәрҙең медицина хеҙмәтләндереүенән файҙаланыу мөмкинлеген һәм сифатын арттырыу ҡаралған.
Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.
Читайте нас