Милли проекттар
20 Май 2021, 05:30

Табиптарҙың эшен еңеләйтәсәк

Эксперт класындағы ҡорамал пациенттарҙағы төрлө сирҙәрҙе иртә һәм теүәл диагностикалауҙа ярҙам итәсәк...

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһы яңы заманса ультратауыш диагностика аппараты алды. Эксперт класындағы ҡорамал пациенттарҙағы төрлө сирҙәрҙе иртә һәм теүәл диагностикалауҙа ярҙам итәсәк.
- Ультратауыш аппараты табиптарҙың эшен күпкә еңеләйтәсәк. Бер сменала ул йөҙгә тиклем тикшереү үткәрергә ярҙам итә, - ти медицина учреждениеһының баш табибы Салауат Камалетдинов. - Иҫке ҡорамал менән сағыштырғанда уның өҫтөнлөктәре байтаҡҡа күп. Барыһынан да элек – тишеренеүҙәрҙең юғары сифатлы булыуы. Иң мөһиме – ул йөрәк сирлеләргә ҙур ярҙам күрһәтәсәк.
Ҡорамал йөрәк сирҙәрен, муйын һәм баштағы перефирея тамырҙарын, ҡорһаҡ аортаһы аневризмаһын үҙ ваҡытында диагностикалау өсөн тәғәйенләнгән. Аппарат тикшереүҙәр сифатын арттыра, күп кимәлле һүрәттәр менән тәьмин итә. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул дөрөҫ диагностика ҡуйыу өсөн табиптарҙың алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы буласаҡ. Яңы аппаратта эшләү өсөн белгестәрҙе уҡытҡандар, ҡорамалға тест үткәрелгән.
Рәсәй Президенты Владимр Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас