Милли проекттар
21 Май 2021, 04:15

“Ауыл халҡы бер саранан да ситтә ҡалмаҫ...”

Тусыбай ауыл клубында капиталь ремонт башланды.

Балтас районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Тусыбай ауыл клубында, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, капиталь ремонт башланды. Мәҙәниәт йорто Башҡортостан ҡаҙнаһынан муниципаль район һәм ҡала округтары бюджеттарына мәҙәниәт ойошмаларын үҫтереүгә субсидия биреү буйынса конкурста еңеп сыҡҡайны. Мәҙәниәт усағын капиталь төҙөкләндереүгә алты миллион һум аҡса бүленде.
“Ремонт планға ярашлы бара. Объектта тәҙрәләр, ҡыйыҡ яңыртылды. Әле бинаны профилле ҡалай менән көпләйҙәр, һыу селтәрен алмаштыралар. Тиҙҙән иҙән һалыуға тотоналар. Эш барышында бүлмәләр, электр һәм елләтеү системаһы төҙөкләндереләсәк. Ремонт тамамланғас, мәҙәниәт йортонда төрлө кимәлдәге саралар уҙғарыу мөмкинлеге тыуасаҡ”, – тине Тусыбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Йәлил Ғәфүров.
Клубтың мәҙәни ойоштороусыһы Миләүшә Ҡасимова әйтеүенсә, халыҡ эш тамамланғанын түҙемһеҙләнеп көтә. “Мәҙәниәт йорто асылыу менән ауыл халҡы унда уҙғарылған сараларҙың береһенән дә ситтә ҡалмаҫ, ә беҙ уңайлы шарттарҙа эшләрбеҙ тип өмөтләнәбеҙ”, – тине ул.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/99411
Читайте нас